ОЛО ТЕЛӘК, Иглин р‑нындағы ауыл, Оло Теләк а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Теләк й. (Эҫем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 684 кеше; 1939 — 1806; 1959 — 3010; 1989 — 2888; 2002 — 3281; 2010 — 3408 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Линия-производство диспетчер станцияһы урынлашҡан. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, психоневрология интернаты, амбулатория, мәҙәниәт йорто, 2 китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Өфө өйәҙендә Һамар—Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлын төҙөгән ваҡытта Тимер юл ст. ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. 7 йортта 50 кеше йәшәгән. 2002 й. Оло Теләккә 20 б. 30‑сы йй. нигеҙләнгән Ҡыҙыл Октябрь/Октябрьский ҡасабаһы (А.Н.Антышевтың тыуған яғы) ҡушылған. 1939—56 йй. — Оло Теләк районы үҙәге. 1975 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Һалдыбаш төбәгендәге йүкә урманы — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Элекке земство мәктәбе (ағастан, 1915 й.) һәм һыу ҡыуыу ҡоролмаһы (таштан, 20 б. башы) биналары архитектура ҡомартҡылары булып тора. 1989 й. ауыл эргәһендә Оло Теләк фажиғәһе була (ҡара: Техноген һәләкәттәр). О.Е.Мостафина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика