ОЛО ҠЫҘЫЛБАЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Әләгәҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 15 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 113 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1572 кеше; 1920 — 1836; 1939 — 748; 1959 — 682; 1989 — 494; 2002 — 508; 2010 — 451 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Әләгәҙ урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡыҙылбай исеме (Ҡыҙылбай Үрсәкин исеменән) м‑н нигеҙ һала, 17 б. аҙ. алып билдәле. 1770 й. ауылда И.И.Лепёхин булып киткән. 1795 й. (шулай уҡ мишәрҙәр һәм керҙәш башҡорттар теркәлгән) 46 йортта 255 кеше йәшәгән, 1865 й. 108 йортта — 813 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ 4 бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә. Илсеғол Этҡолов, Ишмән Этҡолов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика