ОЛО КРАСНАЯ ГЛИНКА, ҡасаба, 20 б. 40‑сы йй. алып Черниковка ҡасабаһы (ҡара: Черниковск) эсендә. Ҡасабаға 19 б. 70‑се йй. Өфө өйәҙендә шәхси ер биләүселәрҙән һатып алынған ерҙәрҙә Өфө губернаһынан һәм Вятка губернаһынан күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1896 й. 6 йортта 20 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр, ситкә китеп эшләгәндәр. Халҡы: 1906 й. — 32 кеше; 1920 — 49; 1939 — 52 кеше. 40‑сы йй. Өфө р‑нының Степановка а/с ҡараған. 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика