АНФЁРОВ Михаил Анисимович (8.2.1956, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2000). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй. 2007 й. алып РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс ун-тының Өфө филиалында. Фәнни эшмәкәрлеге математик модель әҙерләү һәм ҡатмарлы технологик процестарҙы оптималләштереү м‑н бәйле. А. перспектив технологияларҙы структуралы-функциональ оптималләштереүҙең күп критерийлы системаһын уйлап таба; тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре машиналар эшләү өлкәһендә роботлаштырылған технологик процестарҙы проектлау б‑са дәүләт стандарттарының һәм методик материалдарҙың нигеҙен тәшкил итә (ГОСТ 26052‑83, ГОСТ 14.323‑84, РД 50‑356‑82, МР 53‑85). 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Моделирование технологической подготовки производства в машиностроении. Уфа, 1999 (авторҙ.); Программирование в среде MS Visual Basic for Application. Уфа, 2013.

В.С.Мухин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке