ОЛО КӘРКӘЛЕ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Оло Кәркәле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Кәркәле й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1010 кеше; 1920 — 1515; 1939 — 802; 1959 — 772; 1989 — 524; 2002 — 577; 2010 — 488 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй- һәм Ҡырҡ-Өйлө-Мең улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1747 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҫарылы-Мең улусының Иман а. башҡорттары Кәркәле исеме м‑н нигеҙ һала. Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Мең улусы башҡорттары м‑н 1753 й. килешеү б‑са (1770 й. рәсмиләштерелә) бында ш. уҡ даруғаның Ҫарылы-Мең улусы башҡорттары килеп ултыра. 1795 й. 30 йортта 217 кеше йәшәгән, 1865 й. 107 йортта — 762 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, балта эше һәм мейес сығарыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. шулай уҡ тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. И.Й.Хәсәнов ошо ауылда тыуған. 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика