ОЛО КӘЛТӘЙ, Ҡалтасы рнындағы ауыл, Кәлтәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1162 кеше; 1920 — 619; 1939 — 791; 1959 — 884; 1989 — 937; 2002 — 907; 2010 — 759 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Ауылға 18 б. башында (башҡа мәғлүмәттәр бса, 1728 й.) Ҡазан даруғаһы ИҙелГәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек (килешеү 1810 й. теркәлгән) бса Кәлтәй исеме мн мариҙар нигеҙһала. 1795 й. 156 кеше йәшәгән, 1865 й. 106 йортта — 600 кеше. Игенселек, малсҡ, умартҡ мн шөғөлләнгәндәр. 5 һыу тирмәне булған. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп, бакалея кибете теркәлгән. 19 б. аҙ. Кесе Кәлтәй бүлендек ауылы (20 б. 70се йй. юҡҡа сыҡҡан) барлыҡҡа килгәс, 1920 й. ҡарай хәҙ. исемен ала. 1932—35 йй. Ҡалтасы рнының адм. үҙәге.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018