ОЛО ҠАСАҠ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Оло Ҡасаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Ҡасаҡ й. (Гәрәй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1016 кеше; 1920 — 979; 1939 — 889; 1959 — 867; 1989 — 622; 2002 — 605; 2010 — 510 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Оло Ҡасаҡ урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, музей бар. Ауылға Уҫы даруғаһында яһаҡлы удмурттар һәм мариҙар нигеҙ һала, 1770 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1722 й. алып) Яңы Ҡасаҡ исеме м‑н билдәле. 1865 й. О.Ҡ. булараҡ иҫәпкә алынған, 124 йортта 732 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, шарап һәм 3 бакалея кибете теркәлгән. 50‑се йй. уртаһынан хәҙ. исемен йөрөтә.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика