ОЛО ӘМЗӘ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Раздолье а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 23 км һәм Әмзә т. юл ст. К. табан 18 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 112 кеше; 1920 — 130; 1939 — 129; 1959 — 145; 1989 — 97; 2002 — 122; 2010 — 141 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1684 й. алып билдәле. Шулай уҡ Таған/Тоған, Тосҡом, Төйөк булараҡ теркәлгән. 1795 й. 29 кеше йәшәгән, 1865 й. 10 йортта — 63 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика