ОЛО ӘБЕШ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Әбеш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 66 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 122 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында, Шайтантау заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 214 кеше; 1920 — 503; 1939 — 483; 1959 — 436; 1989 — 471; 2002 — 460; 2010 — 424 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Әбеш исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Тәүге төпләнеүсе Әбеш Аҡһаҡов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Әбүзәр булараҡ (йорт старшинаһы Әбүзәр Илембәтов исеменән) иҫәпкә алынған. 1795 й. 18 йортта 97 кеше йәшәгән, 1866 й. 40 йортта — 327 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. 19 б. аҙ. Кесе Әбеш бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәс, хәҙ. исемен ала. Ауыл эргәһендә Оло Әбеш хазинаһы табылған. И.Ғ.Әбделмәнов ошо ауылда тыуған.

Р.С.Рәхимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика