ОЛО ҒӘБДИН, Ғ ә б д и н, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 74 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 202 кеше; 1920 — 277; 1939 — 114; 1959 — 105; 1989 — 178; 2002 — 195; 2010 — 180 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Байым урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Әптим (тархан Әптим/Ғәбдин Бәкәтәев исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 29 йортта 187 кеше йәшәгән, 1866 й. Ғәбдиндә 57 йортта — 266 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 30‑сы йй. Кесе Ғәбдин бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң (70‑се йй. юҡҡа сыҡҡан), хәҙ. исемен алған. 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке