ОЛО БАСАЙ, Б а с а й, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Күсей а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 74 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Туғажман й. (Төйәләҫ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 254 кеше; 1920 — 376; 1939 — 185; 1959 — 200; 1989 — 295; 2002 — 316; 2010 — 267 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1812 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Муллаҡай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Басай (улус старшинаһы ярҙамсыһы Басай Исмәғилев исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Балай булараҡ теркәлгән. 1866 й. 32 йортта 182 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. башында Кесе Басай (2‑се Басай, Түб. Басай; 20 б. уртаһына тиклем булған) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәс, хәҙ. исемен алған. К.М.Дияров ошо ауылда тыуған. 

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика