АНТЫШЕВ Александр Николаевич (20.2.1942, БАССР-ҙың Оло Теләк р-ны Ҡыҙыл Октябрь а., хәҙ. БР‑ҙың Иглин р‑ны Оло Теләк а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй. 1977 й. алып БДПИ‑ның немец теле каф. мөдире, 1987—96 йй. сит телдәр ф‑ты деканы. 1982—86 йй. Лейпциг һәм Эрфурт пед. ин‑ттарында (Германия) уҡыта. 1998 й. башлап БДАУ‑ҙа эшләй (2003 й. тиклем немец теле каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре сағыштырма тел ғилеме проблемаларына, немец телендә һәм урыҫ телендә антропонимдарҙы өйрәнеүгә арналған. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Имена. Немецкие антропонимы. Уфа, 2001.

Э.М.Нухова

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.