ОЛО БАҘРАҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 21 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 89 км алыҫлыҡта Себергән й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 701 кеше; 1920 — 982; 1939 — 692; 1959 — 616; 1989 — 452; 2002 — 446; 2010 — 430 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, бала‑ лар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Баҙраҡ исеме (ҡара: Бәҙрәк) м‑н нигеҙ һала, 1748 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар килеп ултырған). 1859 й. башлап, Бәләкәй Баҙраҡ бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң, ауыл хәҙ. исемен алған. 1795 й. 39 йортта 270 кеше йәшәгән, 1865 й. 120 йортта — 447 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 3 тирмән, 2 бакалея кибете теркәлгән. Т.Б.Ғиләжетдинов, В.Х.Йәсәүиев, Ф.Т.Мөхәмәтйәнов, Р.Н.Сәмиғуллин ошо ауылда тыуған. 

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика