ОКТЯБРЬСКИЙ, “Ш е м ә к” с о в х о з ы, Өфө р‑нындағы ауыл, Шемәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 50 км һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 735 кеше; 1989 — 1294; 2002 — 1412; 2010 — 1663 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). О. — «“Шемәк” совхозы» ДУАХП‑ның Үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1933 й. Эске эштәр ХК идараһы с‑зы (1947 й. алып “Шемәк” с‑зы) ойошторолған ваҡытта совхоздың Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына (ҡара: Махсус ҡасабалар). 50‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика