ОКТЯБРЬСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Червонные Озерки й. (Стәрле й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 522 кеше; 1959 — 365; 1989 — 930; 2002 — 1000; 2010 — 977 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1932 й. Стәрлетамаҡ с‑зы ойошторолғандан һуң Совхоздың үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 90‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Р.М.Кондратенко ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.