ОКТЯБРЬСКИЙ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Ҡалмаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 65 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 190 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 349 кеше; 1989 — 343; 2002 — 264; 2010 — 220 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы (Дыуан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 50‑се йй. Йүрүҙән урман сәнәғәте хужалығы участкаһы ойошторолоуға бәйле ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Яндекс.Метрика