ОКТЯБРЬСК, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Әләгәҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Сверд‑ ловск өлк.) К.‑Көнс. табан 133 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 120 кеше; 1959 — 254; 1989 — 501; 2002 — 580; 2010 — 394 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Мәсәғүт с‑зы ойошторолған ваҡытта (ҡара: “Мәсәғүт”) совхоздың Дүртенсе бүлексә ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 60‑сы йй. хәҙ исемен, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика