ОКТЯБРЬСК, Учалы р‑нындағы ауыл, Уральск а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 56 км һәм Учалы т. юл ст. 63 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 291 кеше; 1959 — 341; 1989 — 299; 2002 — 249; 2010 — 234 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1929 й. Тамъян-Ҡатай кантонында Байрамғол с‑зы ойошторолоуға бәйле Совхоз фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1939 й. Октябрь ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.