ОҘОНКҮЛ, Учалы р‑нындағы ауыл, Миндәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 80 км һәм Уралтау т. юл ст. Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Оҙонкүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 169 кеше; 1920 — 234; 1939 — 272; 1959 — 351; 1989 — 160; 2002 — 230; 2010 — 198 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 1857 й. Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусының Ҡаҙаҡҡол а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 й. 26 йортта 134 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. 2 һыу тирмәне теркәлгән. О. эргәһендә Морат археологик ҡомартҡыһы бар.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика