ОҘОНДАР, Архангел р‑нындағы ауыл, Оҙондар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Раутау т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 14 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 580 кеше; 1920 — 718; 1939 — 938; 1959 — 936; 1989 — 559; 2002 — 525; 2010 — 415 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Дарман” халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡумрыҡ‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1764 й. алып билдәле. 1795 й. 16 йортта 155 кеше йәшәгән, 1865 й. 60 йортта — 329 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ урман кәсептәре булған. Х.С.Рафиҡов, Д.Ф.Әсәҙуллин (ҡара: Әсәҙуллиндар) ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика