ОЗЕРО, К р а с н о п о л ь с к и й, Дыуан р‑нындағы ауыл, Озеро а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. 85 км алыҫлыҡта Һикияҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1497 кеше; 1920 — 1527; 1939 — 853; 1959 — 604; 1989 — 574; 2002 — 663; 2010 — 629 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Һикәяҙ урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1750 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер губернаһының дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1753 й., 1798 й., 1810 й. бында ш. уҡ шарттарҙа крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмдәре күсеп ултыра. 1865 й. 161 йортта 910 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, 3 бакалея кибете теркәлгән. Д.В.Гаврилов, А.В.Ожегова ошо ауылда тыуған.

Н.И.Черепанова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрҗ. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика