ОЗЁРНЫЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Красная Башкирия а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 33 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Мулдаҡ күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 112 кеше; 1959 — 323; 1989 — 419; 2002 — 520; 2010 — 595 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Красная Башкирия” АХПК‑нда эшләй. Төп мәктәп (Михайловка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Красная Башкирия” с‑зы ойошторолғандан һуң с‑здың Озёрный бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика