ОЗЁРНЫЙ, Учалы р‑нындағы ауыл, Миндәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 75 км һәм Уралтау т. юл ст. Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Оҙонкүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 190 кеше; 1959 — 276; 1989 — 368; 2002 — 429; 2010 — 404 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 1929 й. ТамъянҠатай кантонында Байрамғол с‑зы ойошторолоуға бәйле совхоздың 3‑сө ферма ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Б.Л.Ҡаһарманова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.