ОЗЕРКИ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Иҫке Арзамат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 11 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 131 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 258 кеше; 1959 — 252; 1989 — 267; 2002 — 247; 2010 — 226 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Йылыш төп мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1924 й. Бөрө кантонында нигеҙ һалына. 1925 й. 30 йорт теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке