• Печать

ОЗЕРКИ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Озерки а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 75 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 180 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 41 кеше; 1939 — 24; 1959 — 1177; 1989 — 709; 2002 — 514; 2010 — 501 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бөрө кантонында нигеҙ һалына. 50‑се йй. урман сәнәғәте хужалығы ойошторолған ваҡытта әүҙем үҫешә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов