ОЖАРОВСКИЙ Владимир Фёдорович (23.6.1848, С.‑Петербург губ. — 4.9.1911, Варшава), дәүләт эшмәкәре. Инфантериянан генерал (1911). Дворяндарҙан. 1904—05 йй. рус‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се С.‑Петербург хәрби гимназияһын, 1‑се Па‑ вел хәрби уч‑щеһын (С.‑Петербург, 1866) тамамлаған. 1864 й. алып рус армияһында. 1888—90 йй. Хабаровск ҡ. коменданты вазифаһын башҡарыусы, Хабаровск хәрби госпитале нач., 1904 й. алып 3‑сө Манжур армияһының 44‑се пехота див. командиры. 1906—11 йй. Ырымбур губернаторы һәм Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы. 1906—08 йй. мохтаж булғандарға мөгәзәйҙәрҙән аҙыҡ‑түлек һәм орлоҡ бирергә ҡуша (1907 й. 1,5 млн боттан ашыу иген бурысҡа бирелә), аҙыҡ‑түлек һаҡламдарының һәм капиталдарҙың тулыландырылыуын күҙәтә. О. эшләгән ваҡытта Ырымбур губернаһында малсылыҡ үҫешә, уҡыу йорттары арта (1907 й. 82 уҡыу йорто асыла), “Оренбургский вестник” (“Ырымбур хәбәрҙәре”; Ырымбур ҡ.), “Зауралье” (“Урал аръяғы”; Троицк ҡ.), “Голос Приуралья” (“Урал яны тауышы”), “Приуралье” (“Урал яны”; икеһе лә — Силәбе ҡ.) һ.б. гәз. нәшер ителә, Ырымбурҙа Император Бөтә Рәсәй аэроклубының бүлексәһе асыла (1910). 1909 й. алып Ырымбур өйәҙенең почётлы мировой судьяһы. 2‑се (1910), 3‑сө (1899) һәм 4‑се (1895) дәрәжә Изге Владимир, 1‑се (1906), 2‑се (1892) һәм 3‑сө (1881) дәрәжә Изге Анна, 1‑се (1903) һәм 2‑се (1888) дәрәжә Изге Станислав, сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Яндекс.Метрика