ОВЧИННИКОВ Григорий Семёнович [18.4.1898, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Осиновка а. (БР‑ҙың Бөрө р‑ны) — 25.7.1943, Красно‑ дар крайы Неберджай ст.], Советтар Союзы Геройы (1944). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1924 й. алып Сталинград ҡ. эшләй. 1918—23 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. февр. алып Төньяҡ Кавказ фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 18‑се армияның 81‑се айырым диңгеҙ-уҡсылар бригадаһы 3‑сө уҡсылар батальонының санитария инструкторы рядовой О. 1943 й. 25 июлендә Неберджай эргәһендәге алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944). О. исеме м‑н Бөрө ҡ. урам, Осиновкала урам һәм урта мәктәп аталған, шунда уҡ уға һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

 

 

Яндекс.Метрика