ОВЧИННИКОВ Андрей Афанасьевич (1739 — 25.8.1774, Әстерхан губ. Ҡара Яр ҡ. янында), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773— 75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв ген.-фельдмаршалы. Казак. Яйыҡ ҡаласығында хеҙмәт итә. 1772 й. Яйыҡ казактары ихтилалында ҡатнаша. 1773 й. 18 сент. Пугачёв ихтилалына ҡушыла. Хәрби коллегия ойоштороу инициаторы, Пугачёв ҡарамағындағы Йәшерен совет ағзаһы. 7—9 нояб. Бөгөлмә ведомствоһының Йүзәй а. янында О. һәм И.Н.Зарубин отрядтары В.А.Кар етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәрен тар-мар итә. Нояб.—дек. О. Ырымбур ҡ. эргәһендәге алыштарҙа, 1774 й. ғин. Яйыҡ ҡаласығында ҡәлғәне ҡамауҙа, Гурьев ҡаласығын алыуҙа, 22 мартта Ырымбур сик һыҙығының Татищев ҡәлғәһе янындағы алышта ҡатнаша. Апр. Бы‑ ковка й. (Яйыҡ й. ҡушылдығы) буйында П.Д.Мансуров етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н алышта О. отряды ҡыйратыла. Майҙан баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре составында Исәт провинцияһының Ҡарағай, Петропавловка, Степной ҡәлғәләрен алыуҙа, 20— 21 майҙа Троицк ҡәлғәһе, 22 майҙа Исәт провинцияһының Лягушино а., 3 һәм 5 июндә Себер даруғаһының Үрге Ҡыйғы һәм Ураҙмәт аа., 12 һәм 15 июлдә Ҡазан янындағы алыштарҙа, 6 һәм 11 авг. — Һарытау, Дмитриевск (Камышин) ҡҡ. баҫып алыуҙа, 21 авг. Царицын ҡ. штурмлауҙа һ.б. ҡатнаша. И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н һуғышта Ҡара Яр янында үлтерелә.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика