ОВЧАРОВ Степан Семёнович [1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Константиновка а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 14.10.1943, Украина ССР‑ының Калужино а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. нояб. алып Воронеж һәм Ялан фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның 92‑се гвардия уҡсылар див. 197‑се гвардия артиллерия полкы 4‑се батареяның орудие ком. гвардия сержанты О. 14 окт. Украина ССР‑ы Днепровокаменка а. янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944). Днепровокаменкала О. һәйкәл ҡуйылған, Ток‑ мак ҡ. (Ҡырғыҙстан) урамға уның исеме бирелгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Яндекс.Метрика