ОБУХОВ Павел Матвеевич (11.11. 1820, Вятка губ. Воткинск ҡ. — 13.1.1869, Пятра а., Румыния), тау инженеры, металлург, уйлап табыусы. Артиллерия ком‑тының мөхбир ағзаһы (С.‑Петербург, 1861). Полк. (1861). Тау инженерҙары корпусы ин‑тын (С.‑Петербург, 1843) тамамлағандан һуң Гороблагодатск, Серебрянск (икеһе лә — Пермь губ.), Сестрорецк (С.‑Петербург губ.) з‑дтарында эшләй. 1848 й. алып Кушвинск, 1851 й. — Йоҡ заводтары, 1854 й. — Златоуст ҡорал фабрикаһы идарасыһы, 1861 й. — Златоуст тау округы начальнигы. 1863 й. башлап С.‑Петербургта ҡорос ҡойоу з‑дын (һуңыраҡ ул Обухов исеме м‑н йөрөтөлә) төҙөүгә етәкселек итә. О. тарафынан ҡорос һәм ҡорос артиллерия орудиелары ҡойоу технологиялары уйлап табыла һәм камиллаштырыла, юғары сифатлы ҡорос етештереү б‑са тәжрибәләр уҙғарылып, һөҙөмтәлә тигель ҡоросоноң 5 яңы сорты алына. 1859 й. уның проекты б‑са Кенәз Михаил ҡорос-туп фабрикаһы төҙөлә. 1862 й. Лондонда үткән Бөтә донъя күргәҙмәһендә О. уйлап тапҡан туп алтын миҙал м‑н баһалана. 4‑се дәрәжә Изге Владимир, 2‑се һәм 3‑сө дәрәжә Изге Анна, 3‑сө дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика