АНТРОПОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, антропология ысулдары ярҙамында кешеләрҙең билдәле бер төркөмдәрен (ҡара: Антропологик типтар) һүрәтләүсе физик төҙөлөштөң нәҫел билдәләрен йыйыу һәм өйрәнеү б‑са фәнни‑тикшеренеү саралары. Башҡортостанда тәүге антропологик тикшеренеүҙәр 1875 й. Н.А.Малиев тарафынан үткәрелә: Өфө һәм Бәләбәй өйәҙҙәрендә 32 билдә (буй, тире, сәс, күҙ төҫө, биттең киңлеге һәм бейеклеге, баштың төп үлсәмдәре һ.б.) б‑са 40 башҡорт тикшерелә, быға ярашлы 2 төп антропологик тип — урман (Эҫем й. басс.) һәм ялан (Дим, Өршәк йй. басс.), ш. уҡ күсемле төр һәм типтар асыҡлана. 19 б. аҙ. — 20 б. башында П.С.Назаров Ырымбур губ. 162 башҡортто, уларҙың ҡайһы ырыуға ҡарауын иҫәпкә алып (ҡара: Башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошо), Д.П.Никольский Өфө, Пермь, Ырымбур губ. 219 кешене, А.Н.Абрамов Пермь губ. Уҫы өйәҙе һәм Өфө губ. Бөрө өйәҙендә 151 кешене өйрәнгәндән һуң, ш. уҡ П.И.Небольсин, С.Соммье, М.К.Уйфальви, В.М.Флоринский, В.М.Черемшанский һ.б. шундай уҡ типтарҙы айырып күрһәтә. 1912—13 йй. С.И.Руденко Рус музейының Этнография бүлеге ҡушыуы б‑са Башҡортостанда 1512 башҡорттоң антропометрик үлсәмдәрен ала; эшенең йомғаҡтарын, ш. уҡ 19 — 20 б. башы ғалимдары тикшеренеүҙәре мәғлүмәттәрен “Башҡорттар: этнологик монография тәжрибәһе” хеҙмәтендә дөйөмләштерә. 1928—30 йй. Башҡортостан комплекслы экспедицияһының антропологик отряды Арғаяш кантоны (255 кеше) һәм Бөрө кантоны (265 кеше) башҡорттары араһында соматология һәм серология б‑са тикшеренеүҙәр үткәрә. 1963—65 йй., 1967 й. БАССР‑ҙа һәм Силәбе өлк. МДУ‑ның Антропология ин‑ты (етәкс. М.С.Акимова) башҡорттарға антропометрия (1250 кеше), дерматоглифика (810 кеше), серология (1475 кеше) һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр үткәрә. Акимова башҡорттарҙы 4 антропологик типҡа бүлә: понтий, аҡһыл европеоид, субурал, көньяҡ себер. Мәғлүмәттәрҙе палеантропологик материал м‑н сағыштырып, башҡорттарҙың 1‑се мең йыллыҡтағы Көньяҡ Урал халҡының генетик дауамы булыуы т‑да һығымта яһала. 1983 й. комплекслы Совет-Финляндия мед.‑антропологик экспедицияһы (етәкс. проф. А.А.Зубов) барышында Архангел, Стәрлебаш, Илеш р‑ндарынан 640 башҡорт дерматоглифика, краниология, одонтология, серология һәм соматология б‑са тикшерелә. 1977 й. алып Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге Башҡортостан, Ҡурған, Пермь, Силәбе, Һамар, Һарытау һәм Ырымбур өлк. 20‑гә яҡын экспедиция (етәкс. Р.М.Йосопов) ойоштора. 18 — 20 б. башы башҡорттарының этногеномика һәм антропологияһы, ш. иҫ. краниологияһы б‑са материал туплана һәм өйрәнелә. Тупланған мәғлүмәттәр нигеҙендә төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш, тау-урман краниологик комплекстары айырып күрһәтелә, дерматоглифика мәғлүмәттәре ш. уҡ был төркөмдәр араһында аныҡ айырмалар булыуын раҫлай.

Әҙәб.: Акимова М.С. Антропология древнего населения Приуралья. М., 1968; Башкиры‑гайнинцы Пермского края: история, этнография, антропология, этногеномика. Уфа, 2008.

Р.М.Йосопов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018