НУРИМАНОВ Баһауетдин Ялалетдин улы [2.5.1893, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Күл а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) — 11.8.1918, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1918 й. окт., Ырымбур губ. Орск өйәҙе Орск ҡ.], революция хәрәкәте эшмәкәре. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917 й. Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы ағзаһы, РСДРП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты Татар-башҡ. бюроһы рәйесе, авг. башлап “Алға” гәз. мөхәррире. 1918 й. февр. алып Ырымбур мосолман хәрби-революцион комитеты рәйесе, Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзаларын ҡулға алыуҙа ҡатнаша. Марттан Ырымбур губерна мосолман комиссариаты рәйесе, июлдән Орскиҙа Ҡыҙыл Армияның сәйәси хеҙм‑ре. Авг., башҡа мәғлүмәттәр б‑са, окт. аҙағында аҡтар тарафынан ҡулға алына, атып үлтерелә. Н. исеме м‑н БР‑ҙа район, Октябрьский, Өфө, Салауат, Сибай ҡҡ., Нуриман р‑нының Яңы Күл, Ҡыҙылъяр аа. урамдар аталған, Н. йәшәгән йортҡа — мемориаль таҡтаташ, тыуған яғында мәктәп янында һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: К у з ы е в Р.У. Багау Нуриманов. Уфа, 1955.

 

Е.П.Асабин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика