НУРАЛИ (1710—1790, Өфө), Хиуа ханлығы (1740—42), Ҡаҙаҡ ханлығының Кесе йөҙ (1748 й. алып) ханы. Әбелхәйерҙең улы. 1749 й. апр. императрица Елизавета Петровна уға рәсми рәүештә ҡаҙаҡ ханы титулы биреп, дәүләт жалованиеһы тәғәйенләй. Башҡорт ихтилалы (1755—56) осоронда ҡаҙаҡтарҙа йәшенеп ятҡан башҡорттарҙы власҡа тапшырыу шарттары һәм ваҡыты т‑да И.И.Неплюев (1755 й. авг.) һәм А.И.Тәвкилев м‑н (сент.) һөйләшеүҙәр алып бара. Ералы һәм Айшыуаҡ солтандар м‑н берлектә башҡорттарҙы биреүҙән баш тартҡан жетыру ырыуы ҡаҙаҡтарына һөжүм ойоштора. 1786 й. июнендә Екатерина II указы б‑са властан ситләтелеп, Өфөгә һөрөлә.

Әҙәб.: Казахско-русские отношения в XVI—XVIII веках: сб. док. и материалов. Алма-Ата, 1961; Т а й м а с о в С.У. Башкортостан и Казахстан в период становления Оренбургской губернии. Стерлитамак, 2006.  

И.Н.Байназаров

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика