НУҠАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Нуҡай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта Янташ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 716 кеше; 1920 – 797; 1939 – 524; 1959 – 470; 1989 – 281; 2002 – 309; 2010 – 298 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мораҡ башҡ. гимназияһы филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, соц.‑мәҙәни үҙәк, китапхана бар. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы йорт старшинаһы Ҡотлоюл Нуҡаев билдәле. Шулай уҡ Нуғай, Нуҡай Түкәт булараҡ теркәлгән. 1795 й. 22 йортта 110 кеше йәшәгән, 1866 й. 69 йортта – 384 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика