НУҒАЙБӘК, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Урсай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 50 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1263 кеше; 1920 – 1449; 1939 – 819; 1959 – 561; 1989 – 393; 2002 – 384; 2010 – 317 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 17 б. аҙ. Нуғай даруғаһы Һарыш-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғайбәк исеме м‑н (тәүге төпләнеүсе Һарыш-Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы исеменән, уның улы Арыҫлан Нуғайбәков билдәле), Ҡазан даруғаһы Юрмый улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Нуғайбәк ҡәлғәһен төҙөү өсөн ерҙәрен тартып алғандан һуң ауыл кешеләре казак ҡатламына күсерелә. 1865 й. 178 йортта 1003 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, мискә яһау, умарт‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 сиркәү, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, шарап һәм 2 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика