НУҒАЙБӘК ӘСӘНОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ҡазан даруғаһы Юрмый улусы Салпы а. (хәҙ. ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны) башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1774 й. 15 ғин. Арынғол Асаев м‑н берлектә Ҡазан губернаһының Зәй ҡәлғәһен ала. 17 ғин. полк. Ю.Б.Бибиков етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта еңелеп, Нуғайбәк ҡәлғәһенә сигенә. Февр.—мартта В.И.Торнов һәм Ҡаранай Моратов м‑н берлектә Ырымбур губернаһының Нуғайбәк һәм Баҡалы ҡәлғәләре тирәһендә һуғыша. 1798 й. Бөгөлмә өйәҙендә 10‑сы башҡ. кантоны старшинаһы.  

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика