НӨРЛӨ, Өфө р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 1352 кеше; 1920 — 1766; 1939 — 1420; 1959 — 1129; 1989 — 1448; 2002 — 1622; 2010 — 1892 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала, 1738 й. алып билдәле. 1865 й. 138 йортта 798 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1896 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән. Ш.З.Ҡолбарисов, Ғ.Мәсғүт, С.Х.Суҡбаев, М.Т.Шафиҡов ошо ауылда тыуған.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика