НӨРКӘ, Балтас р‑нындағы ауыл, Нөркә а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнб. 14 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1494 кеше; 1920 – 1723; 1939 – 925; 1959 – 727; 1989 – 557; 2002 – 455; 2010 – 406 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Гөлбәҙир” татар халыҡ фольклор ансамбле, татар халыҡ театры), китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1710 й. керҙәшлек килешеүе б‑са элекке Нөркәй Туғуҙаҡов утары урынында мишәрҙәр нигеҙ һала. 1735 й. һәм 1741 й. бында шул уҡ шарттарҙа типтәрҙәр, 1746 й. — һуңынан__типтәрҙәр ҡатламына күскән яһаҡлы татарҙар күсеп ултырған. 1865 й. 153 йортта 827 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, 2 бакалея кибете теркәлгән.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика