НӨРКӘ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Калегин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 45 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 93 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 289 кеше; 1920 — 300; 1939 — 296; 1959 — 237; 1989 — 158; 2002 — 118; 2010 — 406 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1684 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1673 й.) билдәле. Шулай уҡ Кесе Әмзә исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 71 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 45 йортта 239 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.  

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика