НӨРӘЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Нөрәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 847 кеше; 1920 — 1125; 1939 — 740; 1959 — 498; 1989 — 339; 2002 — 339; 2010 — 331 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала, 1762 й. алып билдәле. 1795 й. 24 йортта 154 кеше йәшәгән, 1865 й. 62 йортта — 474 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тирмән, бакалея кибете теркәлгән. Р.З.Солтанова, Ә.Х.Хәйбрахманов ошо ауылда тыуған.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика