НӨГӨШ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Нөгөш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 49 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2384 кеше; 1920 — 3283 (Варин а. м‑н бергә иҫәпләнгән); 1939 — 1665; 1959 — 1610; 1989 — 965; 2002 — 854; 2010 — 628 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡарлыхан урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар. Ауылға Троицк өйәҙе Дыуан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1788 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Пермь губернаһынан килгән дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. Н. 438 йортта 2759 кеше йәшәгән. Игенселек, ылаусылыҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, часовня, 2 расколсылар ғибәҙәтханаһы, училище, күн з‑ды, 4 һыу тирмәне, 36 сауҙа кибете булған. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе һәм сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 10 тимерлек, 3 май һығыу оҫтаханаһы, 3 тирмән, 1 мануфактура һәм 4 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. А.Ф.Патраков, А.А.Худяков ошо ауылда тыуған. 

Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика