НОРТЕНКО Василий Иванович (17.3.1922, Украина ССР‑ы Чаплино ст. — 6.4.2003, Туймазы ҡ.), танкист, майор (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Харьков танк уч‑щеһын (1942), Юғары үҙйөрөшлө артиллерия мәктәбен (Мәскәү, 1949) тамамлаған. 1941 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. мартынан Көньяҡ-Көнбайыш, Ялан, 2‑се Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се гвардия танк армияһы 65‑се айырым танк полкының танк взводы ком. лейт. Н. 1945 й. ғин. Едлиньск ҡасабаһын (Польша) азат итеү өсөн барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1954) Семипалатинск ҡ., 1963—76 йй. Туймазы ҡ. эшләй. Ленин (1945), 1‑се (1943, 1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән. Туймазыла урамға Н. исеме бирелгән, Геройҙар аллеяһында уға бюст ҡуйылған.  

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика