АНТРОПОГЕН ҮҪЕМЛЕКТӘР, синантроп үҫемлектәр, кеше йоғонтоһо һөҙөмтәһендә формалаша. Агрофитоценоздарҙы (а.х. культуралары сәсеүлектәре), сегеталь (а.х. культуралары сәсеүлектәрендәге ҡый үләндәре) һәм рудераль (ташландыҡ ерҙәрҙең һ.б. кеше боҙған йәшәү урындарының үҫемлек бергәлектәре) үҫемлектәрҙе үҙ эсенә ала. А.ү. өсөн ареалдары киң булған, ҡағиҙә булараҡ, адвентив үҫемлектәрҙең[эксплеренттарҙың (күп һанлы орлоҡтары булған бер йыллыҡ һәм тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үҫемлектәр) һәм патиенттарҙың (көслө антропоген йөкләнешкә сыҙам төрҙәр)] өҫтөнлөк итеүе хас. БР‑ҙа А.ү. составында 500‑ҙән ашыу төр, ш. иҫ. культуралы үҫемлектәр, дарыу үҫемлектәре (бишҡалаҡ арыҫлан ҡойроғо, ике өйлө кесерткән, ҙур дегәнәк, өс бүлемле эт дегәнәге, әсе әрем һ.б.), ш. уҡ ҡый үләндәре һәм аллергик ауырыуҙар тыуҙырыусы үҫемлек төрҙәре (амброзия) бар. 1960—80‑се йй. А.ү. б‑са тикшеренеүҙәр Башҡорт дәүләт университетында (Л.М.Абрамова, А.Р.Ишбирҙин, Р.Ғ.Миңлебаев, Б.М.Миркин, К.М.Рудаков, М.Т.Сахапов һ.б.), Биология институтында (С.И.Йәнтүрин, А.И.Соломещ һ.б.) алып барыла. Артабанғы йылдарҙа А.ү. өйрәнеү Миркин етәкс. БДУ‑ла һәм Сибай институтында бара; агроэкосистемаларҙың фиторекультивацион потенциалы (Р.Ф.Хәсәнова, Й.Т.Һөйөндөков һ.б.), ҡалдау, рудераль һәм сегеталь бергәлектәрҙең ситаксономияһы (Г.Р.Хәсәнова, Г.Й.Һөйөндөкова, С.М.Ямалов һ.б.), дала үҫемлектәренең антропоген динамикаһы (Э.В.Бәширова, У.Б.Юнысбаев) өйрәнелә.

Әҙәб.: Сегетальные сообщества Башкирии. Уфа, 1985; Синтаксономия, экология и динамика рудеральных сообществ Башкирии. Уфа, 1988; Миркин Б.М. Экология растительности сельскохозяйственных земель Башкирии. Уфа, 1990; Синантропная растительность Зауралья и горно‑лесной зоны Республики Башкортостан: фиторекультивационный эффект, синтаксономия, динамика. Уфа, 2008.

Б.М.Миркин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018