НОРДОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Нордовка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 40 км һәм Ергән т. юл ст. Көнб. табан__25 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1381 кеше; 1920 – 1941; 1939 – 1212; 1959 – 976; 1989 – 1013; 2002 – 925; 2010 – 1000 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 1866 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1886 й.) Стәрлетамаҡ өйәҙе Мостафа һәм Һарайҫа аа. (хәҙ. Стәрлебаш р‑ны) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са (1896 й. рәсмиләштерелгән) Мостафа ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Яңы Фёдоровка исеме м‑н теркәлгән. 1896 й. 154 йортта 1071 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә һәм статуста) сиркәү, министрлыҡ мәктәбе, 2 тимерлек, 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика