НОРД Лев Егорович (14.8.1847, С.‑Петербург губ. — 19.1.1894, Мәскәү, Әстерхан ҡ. ерләнгән), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑майор (1885). Дворяндарҙан. 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. 1865 й. алып рус армияһында. 1877 й. башлап император эргәһендә флигель‑адъютант. 1877 й. Дунай (Балҡан) армияһының 2‑се див. командиры. 1885 й. алып Әстерхан, 1888 й. — Таврия вице-губернаторы. 1889—94 йй. Өфө губернаторы. Башҡорт ерҙәрен айырым кешеләргә арзанға һатыуҙы тыйыу мәсьәләһен юллай. 3‑сө (1884), 4‑се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы (1877) Изге Владимир, 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1878), 3‑сө дәрәжә (1874) Изге Анна, 1‑се (1891), 2-се дәрәжә ҡылыслы (1877) һәм 3‑сө дәрәжә (1871) Изге Станислав орд., миҙалдар, сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. М.Х.Хужин 

Яндекс.Метрика