НОҠАТ, Белорет р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 105 км һәм Инйәр т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Ноҡат й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 260 кеше; 1920 — 182; 1939 — 295; 1959 — 296; 1989 — 251; 2002 — 218; 2010 — 148 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар. Ауылға 19 б. башында Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Күскенсе, Иҫке Ҡышлау исемдәре м‑н билдәле булған. 1866 й. 35 йортта 205 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Ғ.Б.Аҫылғужин ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика