НОҒОМАНОВ Дәйләғи Сирай улы [6.10.1922, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Түб. Әрмет а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 12.10.1944, Михалув а. янында, Варшаваға (Польша) күсереп ерләнгән], танкист, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау танк уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1939 й. алып Стәрлетамаҡ спирт комб‑тында эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. алып 1‑се Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 70‑се армияның 2‑се штурмлау инженер-сапёр бригадаһы 166‑сы айырым инженер-танк полкының траллаусы танкылар взводы ком. өлкән лейт. Н. 1944 й. 12 окт. Михалув эргәһендә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Стәрлетамаҡҡ. урамға Н. исеме бирелгән, 4‑се урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: В а й с м а н С. Презрение к смерти //Лицом на запад. Уфа, 1972.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика