НУҒАЙ УРҘАҺЫ, 15 б. башы — 16 б. 2‑се ярт. көнбайышта Волга й. түбәнге ағымынан алып көнсығышта Иртыш й. тиклем, төньяҡта Һамар һәм Ҡариҙел йй. түбәнге ағымынан алып көньяҡта Арал һәм Каспий диңгеҙҙәренә тиклем терр‑яны биләгән дәүләт. Алтын Урҙаның көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә Иҙеүкәй хан тарафынан Манғыт йорто булараҡ ойошторола, 16 б. уртаһында үҙ аллы дәүләт булып китә. Төп халҡы — нуғайҙар. Баш ҡалаһы — Һарайсыҡ ҡ. (Һарайджук). Дәүләт м‑н ҡәбилә һәм ырыу башлыҡтары тарафынан раҫланған бей (хан) етәкселек иткән. Дәүләт дине — ислам. Рәсми теле — сығатай теле (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре). Дәүләт уң һәм һул ҡанаттарға бүленгән, уларға нураддин һәм кековат идара иткән; ҡәбилә илдәре (улустар) башында мырҙалар торған. Бей эргәһендә илсе һәм хәрби башлыҡтар ролен үтәгән 12 ҡарасайбәк (Н.У. ҡәбиләләре вәкилдәре) булған. Идара итеүсе төп орган — ҡара‑дыуан. Хужалыҡтың төп тармағы — күсмә малсылыҡ. Урта Азия һәм Ҡара диңгеҙ буйы илдәре, 16 б. алып Мәскәү дәүләте м‑н сауҙа‑иҡт. бәйләнештәре тотҡан. Уң ҡанат составына Башҡортостандың көньяҡ һәм үҙәк өлөштәре ингән, улар Н.У. үҙ адм. үҙәге булған айырым провинцияһын тәшкил иткән. Идара итеү урҙаның Башҡорт ҡ. (Имән‑ҡала, хәҙ. Өфө терр‑яһында, ҡара: Ҡала, Өфө II) торған номиналь наместнигы тарафынан алып барылған, ш. уҡ уларҙың Торатауҙа (хәҙ. Ишембай р‑ны) ставкаһы булғаны билдәле. Башҡорттар ауыр йөкләмәләр үтәгән, бей йәки нураддин файҙаһына яһаҡ һ.б. һалымдар түләгән. Һалымды ҡораллы отрядтар ярҙамында йыйғандар. 16 б. 20—40‑сы йй. Н.У. төп өлөшөндә урындағы халыҡтың иҫәбен алыу һалымды тағы ла арттыра. 15— 16 бб. Башҡортостан терр‑яһында Н.У. наместниктары һәм уларҙың вассалдарының (ҡара: Аҡназар, Аҡһаҡ Килембәт, Алтаҡар, Баҫман, Исмәғил, Йософ, Ҡарағөлөмбәт, Түрә хан) үҙ‑ара һуғышы була. Башҡорттарҙың Н.У. ғәскәрҙәре м‑н көрәше башҡ. фольклоры ҡомартҡыһы “Мең ырыуы шәжәрәһе” ндә сағылыш тапҡан. Башҡорт халҡының һәм Н.У. оҙайлы көрәше башҡорттарҙың Рәсәй дәүләте составына үҙ ихтыяры м‑н инеүенә (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы) булышлыҡ итә. В.В.Трепавловтың мәғлүмәттәре б‑са, Ямғурса (15 б. 80‑се йй. аҙ. — 16 б. башы), Алтаҡар (16 б. башы), Мамай шәйех (16 б. 1‑се сиреге), Аҡназар (1522—38 йй.), Исмәғил (1538—45 йй.), ӘхмәтГәрәй (1546—58 йй.), Динбай (1558—78 йй.), Сәйет‑Әхмәт (1578—84 йй.), Ҡанай (16 б. аҙ. — 17 б. башы), Ҡарағөлөмбәт (17 б. башы — 1623 й.) Башҡортостанда нуғай наместниктары булған. 16 б. 2‑се ярт. урҙа Оло Н.У., Кесе Н.У. һәм Алтыул Урҙаһына тарҡала. Ҡалмыҡтарҙың яулап алыу походтары һөҙөмтәһендә 17 б. 1‑се ярт. Оло Н.У. юҡҡа сыға, уның төп терр‑яһында Ҡалмыҡ ханлығы барлыҡҡа килә.

Әҙәб.: Т р е п а в л о в В.В. Ногаи в Башкирии, XV—XVII вв. Княжеские роды ногайского происхождения. Уфа, 1997. №2.  

Н.А.Мәжитов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика