НУҒАЙ ДАРУҒАҺЫ, 16 б. аҙ. — Өфө өйәҙе, 18 б. башында — Өфө провинцияһы, 1744 й. алып Ырымбур губернаһы составына ингән (ҡара: Даруға). 17 б. аҙ. төньяҡ‑көнбайышта — Ҡазан даруғаһы, төньяҡ‑көнсығышта — Себер даруғаһы, көнсығышта һәм көньяҡта — Ҡаҙаҡ ханлығы, көнбайышта Ҡазан өйәҙе м‑н сиктәш була. 1725—26 йй. Н.д. 20 башҡ. улусы (15 меңдән ашыу хужалыҡ), 1775 й. 25 улус (Бөрйән, Бошмаҫ‑Ҡыпсаҡ, Гәрәй‑Ҡыпсаҡ, Дыуан‑Табын, Йомран‑Табын, Илкәй‑Мең, Кәлсер‑Табын, Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ, Ҡара‑Табын, Ҡатай, Кесе‑Табын, Ҡумрыҡ‑Табын, Ҡырҡ-Өйлө‑Мең, Меркет‑Мең, Ҫарылы-Мең, Һарт, Һыуын‑Ҡыпсаҡ, Тамъян, Түңгәүер, Тәлтем‑Юрматы, Өршәк-Мең, Үҫәргән, Сәңкем‑Ҡыпсаҡ, Ҫыбы-Мең, Юрматы улустары) ингән. Өйәҙҙәргә бүленгәндән һуң 1781 й. Н.д. терр‑яһында Бәләбәй өйәҙенең бер өлөшө, Бөгөлмә өйәҙе, Боғорослан өйәҙе, Верхнеурал өйәҙенең бер өлөшө, Ырымбур өйәҙе, Сергиевск өйәҙенең бер өлөшө, Стәрлетамаҡ өйәҙе ойошторола. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Н.д. тулыһынса бөтөрөлә. 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика