НОВЫЙ МИР, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкәбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Сүлле й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 323 кеше; 1959 — 224; 1989 — 329; 2002 — 355; 2010 — 304 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 1926 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Макаровка, Максимовка, Михайловка, Николаевка, Славянка аа. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика